Белем көнө

Сентябрь 1, 2025 Просмотров: 1147
Бөгөн, 1 сентябрь, беҙ йәнә яңы уҡыу йылына аяҡ баҫтыҡ. Был йыл беҙҙең өсөн бик мөһим һәм шатлыҡлы, сөнки Р. Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейының беренсе класына 92 ҡыҙ һәм малай ҡабул ителде. Уларҙы уҡытыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыуаныс менән ҡаршыланы. Яңы уҡыу йылы беҙгә яңы мөмкинлектәр, дуҫтар, ҡыҙыҡлы дәрестәр һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар килтерер. Һәр беребеҙгә уңыштар, ижади ҡаҙаныштар һәм бәхет теләйбеҙ. Алдағы йылда уҡыуҙа ла, тормошта ла барыбыҙға ла ҙур ҡыуаныс һәм матур хәтирәләр ҡалһын!
Беҙҙең байрамға килгән ҡунаҡтарға, айырыуса хеҙмәт ветерандарына ҙур рәхмәт