Рамаҙан Өмөтбаевтың тыуған көнө

Апрель 9, 2025 Просмотров: 113
7 апрель Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың тыуыуына 101 йыл.
Беҙҙең лицей өсөн иҫтәлекле көндә яҙыусы һәм күренекле дәүләт эшмәкәре тураһында класс сәғәттәре үтте, линейкала бөтә уҡыусылар "Өмөтбаевсылар" гимнын башҡарҙы, инглиз теле уҡытыусыһы Эльза Ирнат ҡыҙы Байбулатова Силәбе ҡунаҡтары өсөн үткәрелгән асыҡ дәресендә Рамаҙан Өмөтбаев тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.
Быйыл "Өмөтбаев уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы 6-сы тапҡыр үтә. Эштәрҙе ҡабул итеү 14 апрелгә тиклем дауам итә. Ҡатнашығыҙ, көтәбеҙ!