Благотворительность
Март 12, 2025
Просмотров: 2535
Изге рамаҙан айында Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында "Сауап булһын ғәмәлең" тип аталған акция иғлан ителгәйне. Акцияның маҡсаты - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға ярҙам күрһәтеү. Иң беренсе булып был акцияға лицейҙың 9-сы класс уҡыусылары һәм ата-әсәләре ҡушылды. Улар, дәррәү йыйылып, һалдаттарыбыҙға бишбармаҡтан посылка әҙерләнеләр. Үҙҙәре баҫып, йәйеп, ҡырҡып эшләнгән бишбармаҡҡа уларҙың йөрәк йылыһы ла ҡушылды.