Йондоҙҙар атылғанда
24.12.2021
Просмотров: 8
Беҙҙең лицейыбыҙҙың акттар залында "Йондоҙҙар атылғанда" тип исемләнгән бик серле, тылсымлы кисә үткәрелде. Был байрамға күктәге йондоҙҙар түгел, ә лицейыбыҙҙың иң сағыу, иң яҡты йондоҙҙары йыйылған ине. Улар уҡыуҙа ғына алдынғы түгел, спорт, сәнғәт яғынан да һынатмайҙар. Шуға күрә ҡалабыҙ хакимиәте башлығы Афзалов Р.Ә. уларҙың уңыштарын, тырышлыҡтарын юғары баһалап, уларҙы Ҡыш бабай бүләге менән ҡыуандырмаҡсы булды. Бүләктәрҙе ҡала хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Килдебаев Нур Рәшит улы тапшырҙы. Уҡыусылар саранан, бүләктәрҙән бик ҡәнәғәт ҡалдылар