Һаулыҡ көнө

17.09.2021 Просмотров: 132
Бөгөн лицейыбыҙ гөрләп тора: күңелле башҡорт көйҙәре ағыла, шат балалар тауышы алыҫтарға ишетелә. 2, 3 класс уҡыусылары көн һалҡын тип тормай, "Һаулыҡ көнө"н билдәләп үттеләр. Сара квест-уйын итеп үткәрелде. Уйын барышында балалар төрлө кроссворд, ребустар систеләр, йүгереп, һикереп тә алдылар, һаулыҡ тураһында мәҡәлдәр менән таныштылар, "ҡара йәшник" эсендәге серҙе лә астылар, асфальтҡа тематик һүрәттәр төшөрөп ярыштылар.

Халҡыбыҙ телендә "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" тигән тәрән мәғәнәле мәҡәл бар. Бөгөн Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 5-11 класс уҡыусылары ошо мәҡәлде үҙҙәренә девиз итеп алдылар. Уларға физкультура уҡытыусылары Ҡоланбаев А.С., Йосопов И.А., Абдуллин Р.Р. балаларҙың һаулыҡтарын нығытыу маҡсатында йүгереү буйынса төрлө ярыштар, эстафеталар ойошторҙолар. Балалар ял итеп, һаулыҡтарын нығытып, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.